Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2019, 02:00

Беҙҙекеләр ҙә ― Бөтә Рәсәй форумында

Йәш таланттарҙың Бөтә Рәсәй форумында беҙҙең республиканы дүрт уҡыусы күрһәтте. Улар ― баш ҡалабыҙҙағы республика инженер интернат-лицейынан X синыф уҡыусылары, республика Башлығы стипендиаттары Кәрим Ҡуланчин, Вячеслав Будников, Тимур Байғусҡаров, Тамерлан Әфләтүновтар.

Өс көн буйы барған форумда Рәсәйҙең 53 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. Сара һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү системаһын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Йәш таланттарҙың форумында стратегик сессиялар, кәңәшмәләр генә үткәрелеп ҡалманы, төрлө өлкәлә күренекле кешеләр менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, фән, ижад, спорт өлкәһендә алдынғы учреждениелар, ойошмалар менән танышыу саралары ойошторолдо.
Һәләтле балалар Яңы йыл байрамы алдынан биҙәлгән ҡаланың бөтә матурлығын күреп ҡыуанды. Ә Мәскәү буйлап экскурсиялар күптәргә оҡшағандыр. Форум һуңында Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүселәренең "Гәлсәр йондоҙсоҡ" тип исемләнгән концерт программаһын ҡарау ҙа оҙаҡ күңелдәрендә һаҡланыр.
Читайте нас: