Рәсәй-Һиндостан проект мәктәбе эшләгән Сочиҙағы «Сириус» белем биреү үҙәгендә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән дә осрашыу уҙғарылды. Уҡыусылар ил етәксеһен ете проект менән таныштырҙы. Шуларҙың береһе – сәй плантациялары өсөн уйлап табылған робот. Уны Томскиҙағы 29-сы гимназияһынан Артём Баталов яһаған. Әлеге уйлап табылған система сәй япраҡтарын йыйған ваҡытта сифатһыҙҙарынан ҡотолорға ярҙам итә. Бындай роботты булдырыу идеяһы егеткә Сочи һәм Һиндостанда булғандан һуң килгән. Быға тиклем ул «Аҡыллы транспорт инфраструктураһы» проекты өҫтөндә эшләгән.