Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 16:50

«Аҡмулла» спектаклен әҙерләйҙәр

Республикабыҙҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Ҡорос» халыҡ театры киң билдәлелек яулап өлгөрҙө.

Башҡорт теле көнө уңайынан халыҡ театрының йәш артистары «Аҡмулла» спектаклен күрһәтәсәк. Режиссёр Илнур Лоҡманов белдереүенсә, унда Аҡмулланың төрмәлә ултырғанда хат яҙыуы, атаһы менән булған мөнәсәбәте сағылыш таба.
Читайте нас: