Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 10:35

Аграр университет яңы мөмкинлектәр бирә

Башҡорт дәүләт аграр университеты «Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр» проекты өсөн 9 миллион һум күләмендә грантҡа лайыҡ булды. Ул «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Юғары уҡыу йортоноң белем биреү проекты ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә әҙерләгән өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын үҙ эсенә ала. Улар өс йүнәлеш буйынса эшләнгән. Бушлай курстар теоретик һәм практик дәрестәрҙән торасаҡ.
– Грант алыу айҡанлы, 2 мең тыңлаусы, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һәм теләге булғандар үҙҙәренең һөнәри белемдәрен яңырта һәм ауыл хужалығы өлкәһендә яңыларына эйә була ала. Уҡыу йомғағы буйынса һәр тыңлаусыға белемен камиллаштырыу тураһында танытма тапшырыласаҡ , – ти БДАУ-ҙың өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының директоры Рәмил Мирсаяпов.


Читайте нас: