Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 11:00

Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек бара

2020 йылда Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн, 11 декабрҙә, «Еңеү» ойоштороу комитеты йыйылышын үткәрә.

Уның көн тәртибендә Хәтер һәм дан йылын үткәреүгә әҙерлек барышы, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймау, хәтерҙе һаҡлау буйынса мәсьәләләр ҡараласаҡ. Унан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, эҙәрмәндәр отрядтарына ярҙам итеү саралары, «Күп ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан» проектын ғәмәлгә ашырыу хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатыласаҡ.


Читайте нас: