Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 17:20

Ейәнсурала «Йырлаусы ауыл»ды һайлайҙар

Ҡайһы ауыл «Йырлаусы ауыл» исеменә лайыҡ булыр? Ейәнсура районында шундай ярыш бик ҡыҙыу бара.

Был төбәктә «Йырлап асыла күңел» район конкурсы «Йырлаусы ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторола. Олоһо ла, кесеһе лә бәйгенән ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, 9 декабрҙә Байдәүләт ауыл биләмәһе таланттары сығыш яһаны. «Сәхнәлә «Килендәр», «Хәтирә», «Умырзая» фольклор ансамблдәре, «Һүрәм», «Ҡарасәй» коллективтары сығыштары халыҡ күңеленә хуш килде. Егеттәр төркөмдәре лә байрамға йәм өҫтәне. Ә йәштәрҙең, балаларҙың сығыштарына тамашасылар ихлас ҡыуанды», – тип хәбәр итәләр конкурстың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә.
Бәйге февралгә тиклем дауам итәсәк. Ейәнсураның ҡайһы ауылы «Йырлаусы ауыл» исеменә лайыҡ булыр? Был турала алдағы йылда хәбәр итербеҙ.
Читайте нас: