– Яңы мөмкинлектәр һөҙөмтәһендә уҡыу аңлайышлы, файҙалы, ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ. Шулай итеп бала интерактив моделдәр донъяһы менән идара итеп, ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнәсәк, – ти республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Интеллектуаль мәктәптә төп фәндәр тәрәнәйтеп өйрәнеләсәк, шулай уҡ уҡыусыларҙы республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләүгә лә иғтибар бүленәсәк.