Байрам концертында Хөрмәтулла Үтәшев, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Ирада Ҡадырова, Морат Рафиҡов, Фәнис Рәхмәтов, Гөлмирә Исмәғилева, Суфия Ҡорбанғәлиева, Артур Ҡунаҡбаев, Рәзифә Динмөхәмәтова, Юнир Ҡоланбаев, Урал Әминов, театр оркестры ҡатнаша. Уны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был көндө балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уйындар уҙғарыласаҡ. «Хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт теле көнөндә бергә булайыҡ! Осрашыуҙар, аралашыуҙар, танышыуҙарға бай байрамға рәхим итегеҙ!» – тип байрам концертына саҡыралар театрҙың сайтында. Башҡорт теле көнөнә арналған концерт көндөҙгө 2-лә башлана.