Бәлки, беҙҙең күптәнге танышыбыҙ Алёша тураһында әйтәләрҙер ул. Был үҫмер менән республика приютында ике йыл элек танышҡайныҡ. Улар әсәһе менән ситтән килеп, фатирға түләп йәшәгән, ә әсәһе үлеп киткәс, күрше ҡатын полицияға хәбәр итә һәм малайҙы приютҡа урынлаштыралар.
Ысынлап та, үҙен Алёша тип таныштырған үҫмер бер ҡасан да мәктәптә уҡымаған, уҡый-яҙа белмәй. Бер ниндәй ҙә документы булмай. Шуға ла нисә йәштә икәнен билдәләр өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләйҙәр. Тимәк, үҫмергә хәҙер 17 йәш булып сыға. Төҫ-башына, кәүҙәһенә ҡарағанда шулай күренә ине шул. Алёша бик ипле генә, тыныс холоҡло, һөйләшкәндә алсаҡ. Шахмат уйнарға өйрәнгән, телефонды ла һәйбәт белә ине. Уҡырға ла теләге ҙур, тинеләр. Быйыл иһә был үҫмерҙе республикалағы балалар йорттарының береһенә урынлаштырғандар. Алла бирһә, күп һөнәрҙәр өйрәнеп, тормошҡа әҙерлекле булып сыҡһын, киләсәктә һәйбәт, уңышлы кеше булһын инде.