Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 16:35

Смартфондарҙы ҡайҙа ҡуйырға?

Хәҙер телефонһыҙ бер уҡыусы ла юҡтыр.

Заман талабы бит. Уны тик файҙалы мәғлүмәт алыу, аралашыу өсөн генә ҡулланһалар бик һәйбәт булыр ине.
Июль айында мәктәптәрҙә смартфондарҙы ҡулланыуҙы сикләү тураһында тәҡдим булғайны. Әле Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә дәрес ваҡытында һалып тороу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйырға уйлайҙар икән. Пилот проекты тураһында кисә Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова белдергән.
Әлбиттә, был тәжрибә генә. Бындай йәшник ҡуйырғамы-юҡмы икәнен һәр мәктәп етәкселеге педагогтарҙың, атай-әсәйҙәрҙең, уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып хәл итәсәк. Әйткәндәй, Чечен Республикаһында һәм Белгород өлкәһендә мәктәптәрҙә телефондар бөтөнләй тыйылған.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте, Рәсәй мәғариф академияһы, Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте бергә әҙерләгән методик ҡулланмала смартфондарҙы белем усағына ингәндә тауышһыҙ режимға ҡуйырға тәҡдим ителә. Шулай уҡ, кәрәк икән, махсус йәшниктәр ҡуйыу мөмкинлеген дә кире ҡаҡмайҙар.
Читайте нас: