Рәсәй Президенты Владимир Путин Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Александр Калягин менән осрашҡанда ошо хаҡта фекер алышты. Ил етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, Александр Калягин Театр йылына йомғаҡ яһап ҡына ҡалмаған, ул президентты дөйөм театр эштәре менән дә таныштырған.
2019 йыл Президентыбыҙ Владимир Путин ҡарары менән Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Был девиз менән Театр олимпиадаһы, «Театр – балаларға» мәҙәни-белем биреү проекты, «Алтын битлек», Чехов исемендәге халыҡ-ара театр фестивалдәре кеүек Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара саралар, шулай уҡ тематик форумдар, осрашыуҙар, семинарҙар, Рәсәйҙең алдынғы театр эшмәкәрҙәре менән оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Илдең төрлө төбәктәрендә 2 мең 600-ҙән ашыу яңы премьера күрһәтелде.