Бөтә яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 17:42

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Яңы йылға әҙерлек ҡыҙыу бара

Йылдың иң күңелле, иҫтәлекле һәм мөғжизәле байрамы яҡынлаша. Уны һағынып көтөүсе бәләкәстәр өсөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ике яңы тамаша әҙерләй.

Тәүгеһе – Мәскәй әбейҙең хәйләкәрлеге менән үрелеп барған “Яңы йыл мажаралары” әкиәте. Унда Бесәй, Ҡуян һәм тағы бик күп йәнлектәр ҡатнашырға әҙерләнеп, бүләк алырға тоҡсайҙарын төйнәй. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ҙа киләбеҙ, тип вәғәҙә итте.

Икенсеһе – беҙҙең бала саҡтан яратып өлгөргән Айболит, яуыз Бармалей һәм улар эргәһендә йөрөүсе хайуандар ҡатнашлығында мюзикл булыр, тип көтөлә. Әлбиттә, театр артистары бөтә серҙе асмай, шулай ҙа репетицияларҙың ҡыҙыу барғанлығы тураһында ишетелде. Әйткәндәй, Айболит үҙе кисә генә Африканан ҡайтҡан, тиҙәр. Маймылдарҙан күп сәләм еткерә. Тағы ла... ммм, әй, ҡалғандарын театрҙа осрашҡас белербеҙ! Тамаша премьералары Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 20, 22 декабрҙә була.

Рәзилә Ырыҫҡужина, театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.
Читайте нас: