Әлеге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса асылды. Унда бөтә тейешле стандарттарға тап килгән уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алырға була. Фельдшер кабинетынан тыш, балалар, ҡарау кабинеттары, санитар-көнкүреш бүлмәләре бар. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эш өсөн кәрәкле бөтә медицина ҡорамалдары һәм йыһаздары менән йыһазландырылған.