– Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тамамланмаған әле, беҙгә юғары уҡыу йорттары, фәнни ойошмалалар менән тәүге аҙымдарыбыҙ хаҡында фекер алышырға кәрәк. Тәүге йылдағы ҡайһы бер йомғаҡтарыбыҙ билдәле инде. Тикшеренеү проекттары алып барған йәштәргә ярҙам итеү грант программалары эшләй башланы, институттарҙың ҡоролмалары яңыртыла, йәш тикшеренеүселәр өсөн 280 яңы фән лабораториялары асылды, – тине ул сығышында.