Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 10:00

«Шыршы» операцияһы бара

Яңы йыл алдынан күпме ылыҫлы ағастарға зыян килтерелә. Байрамды яһалма шыршы менән ҡаршылаһаҡ, күпкә яҡшыраҡ булыр ине лә бит...

Ошо йәһәттән республикабыҙҙа «Экология» милли проектына ярашлы «Шыршы – 2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы ойошторола. Уның барышында Башҡортостанда йәшәүселәр ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала. Урмандарҙа ҡанунһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин.
Яңы йыл байрамдары алдынан республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға күҙәтеүҙе көсәйтә. Операция ваҡытында йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүгә юл ҡуймау өсөн юл транспорттары тикшерелә, рейдтар үткәрелә. Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, урманға зыян килтергән осраҡта административ һәм енәйәт яуаплылыҡтары ла ҡаралған.
Читайте нас: