Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 19:05

Туған телеңде беләһеңме? Мә, аҡса!

Туған телен белгән хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә эш хаҡы түләү мәсьәләһен ҡарарға кәрәк.

Был тәҡдимде Президенттың халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса вәкиле Михаил Швыдкой Дәүләт Думаһында Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре төрлөлөгөн һаҡлау темаһына үткән «түңәрәк өҫтәл»дә әйткән. «Кешеләр туған телдәрен өйрәнеү уларға тормошта үҙ урынын табыуҙа, уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүен аңларға тейеш. Туған телде өйрәнеү маҡсаты үткәндәргә генә ҡайтып ҡалмаһын, йәғни, минең ата-бабаларым ошо телдә һөйләшкән, тиеүҙән тыш, киләсәккә дәртләндереүсе саралар ҙа кәрәк. Бәлки, үҙ телен белгән хеҙмәткәрҙәргә эшкә ингәндә өҫтәмә аҡса түләргәлер?»
Михаил Швыдкой был мәсьәләне Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм Иҡтисад үҫеше министрлығы менән берлектә ҡарарға тәҡдим итте.
Ул шулай уҡ мәктәп программаһына төрлө халыҡтар әҙәбиәтен индерергә кәрәк, тине. Ҡайһы бер ил, атап әйткәндә, Дағстан әҙиптәренең әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итеүсе юҡлығын да билдәләп үтте.
Читайте нас: