Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 10:00

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыртыла

Алдағы йылда Башҡортостанда 91 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

Министрҙың һүҙҙәренсә, 72 авария хәлендәге фельшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырыу күҙаллана, шуларҙың 57-һе – федераль ҡаҙна иҫәбенә. Максим Забелин шулай уҡ 2019 йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса республикабыҙҙың медицина учреждениелары 6 мең 707 ҡорамал менән йыһазландырылыуын да белдерҙе.
Республика Башлығы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҙ ваҡытында медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү ҙә мөһимлеген билдәләне.
Читайте нас: