Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 10:20

Матбуғат конференцияһына әҙерлек бара

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән матбуғат конференцияһы 19 декабрҙә уҙасаҡ. Йыл һайын ойошторолған әлеге сараға әҙерлек эштәре тамамланыуға табан бара.

Хеҙмәткәрҙәр тауышты тикшерә, тура бәйләнеш өсөн камераларҙы көйләй. Дөйөм залда ҡуйылған экрандарҙан матбуғат конференцияһынан трансляция яһаласаҡ. Уларҙа «Рәсәй Федерацияһы Президентының матбуғат конференцияһы» тигән яҙыу ҡуйылған да инде. Компьютерҙар менән матбуғат үҙәге лә әҙерләнгән.
Читайте нас: