– Йәйге каникул мәлен ҡыҫҡартыу уҡыусыларға төшкән йөкләмәне кәметергә һәм уҡыу сәғәттәрен тигеҙ итеп бүлергә мөмкинлек бирәсәк, – ти Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Алексей Майоров.
Ул шулай уҡ йәй буйына уҡыусыларҙың өйрәнгән каникулын ҡыҫҡартыуы еңелдән булмаясағын да белдерҙе.
Өсөнсө сирек – иң оҙон уҡыу сиреге. Алексей Майоров фекеренсә, был үҙе үк уҡыусыларға өҫтәмә йөкләмә өҫтәй. Шуға биш аҙна уҡып, бер аҙна ял итеү системаһын индерергә лә тәҡдим итте.