Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 11:00

Махсус автотранспорт өсөн аҡса бүленде

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Был бик ҡыуаныслы!

Мәҙәниәт министрлығында мәҙәниәт өлкәһенә республика ҡаҙнаһынан аҡсалата ярҙам бүлеү буйынса һайлап алыу конкурсы үткәйне. Бында Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Тәтешле райондарынан бирелгән ғаризалар еңеүсе тип табылды. Улар «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бирелгән аҡсаға халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн махсус автотранспорттар һатып аласаҡ.


Читайте нас: