Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 10:00

Тағы ла 13 ашығыс ярҙам машинаһы алынды

Республикабыҙ дауаханаларына тағы ла 13 ашығыс ярҙам машинаһы алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Яңы алынған махсус машиналар каркаслы-панелле технология буйынса йыйылған. Улар наркоз-тын алыу ҡорамалы, носилкалар, электрокардиограф, дефибриллятор, реанимация йыйылмалары, йылытылмалы юрғандар менән йыһазландырылған.
Был ашығыс ярҙам машиналарын Бәләбәй, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына ебәрҙеләр. Ә Ишембай үҙәк дауаханаһы ике ашығыс медицина ярҙамы машиналы булды.
Быйыл республикабыҙ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә барлығы 24 тиҙ ярҙам машинаһы алды.

Читайте нас: