Бөтә яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 11:00

Онлайн-трансляцияларға ғаризалар ҡабул ителә

Культура.РФ порталында «Мәҙәни стриминг» онлайн-трансляциялар платформаһы эшләп килә. Ул Бөтә Рәсәй мәҙәни учреждениеларында үткән сараларға һәм илебеҙҙәге ваҡиғаларға киң аудиторияны йәлеп итер өсөн 2017 йылда булдырылған.

Быйыл 250-нән ашыу майҙансыҡ проектта ҡатнашты, 1 мең 500-ҙән ашыу трансляция ойошторолдо. Уларҙы 85 меңдән ашыу кеше ҡараны. Был яҙмалар Культура.РФ порталында һаҡлана.
2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә онлайн-трансляциялар үткәреүгә ғаризаларҙы 10 ғинуарға тиклем бирергә була. Бының өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына PRO.Культура.РФ платформаһына теркәлеп, ғаризаларҙы тултырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте culture.ru сайтында алырға мөмкин.


Читайте нас: