Әлеге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттар иҫәбенә инде. Бында балалар өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар. Хәҙерге заман кескәйҙәрҙе үҫтереү үҙәгендә хәүефһеҙлеккә лә ҙур иғтибар бүленгән: 32 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған, автономлы янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылған.
«Йәйғор» балалар баҡсаһының тағы ла бер ҡыуанысы – профессиональ ҡоролмалар менән аҙыҡ-түлек блогының булыуы. Балалар учреждениеһына ризыҡ икенсе ерҙән килтерелмәйәсәк, бәләкәстәрҙе үҙҙәре бешереп һыйлаясаҡтар.
«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә һәм урындағы башланғыстарҙы күтәреү программаһы буйынса райондың башҡа ауылдарында ла учреждениелар йүнәтелгән.
Ейәнсура районында балалар баҡсаһына сират юҡ, йыл һайын мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлөп тора. Ә республика буйынса быйыл 21 балалар баҡсаһына асҡыс тапшырылған, алдағы йылда тағы ла 30-ҙан ашыу яңы объект сафҡа инәсәк.