Ошо минуттарҙа Корней Чуковскийҙың "Айболит һәм Бармалей" әкиәте буйынса мюзикл бара. Африкала төрлө хайуандар, яуыз Бармалей менән булған мажара тамашасыларға бик оҡшай. Әкиәтте яттан белгән балалар рәхәтләнеп, сәхнәләге геройҙарға ҡушылып йырлап та ултыра.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 20 декабрҙә был театрҙа Яңы йыл марафоны старт алғайны. Бик күп ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс Яңы йыл әкиәттәрен килеп ҡарарға мөмкин. Тамашалар башланыр алдынан һәр көн театр фойеһында сағыу биҙәлгән байрам шыршыһын уратып уйындар уйнау, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм бик күп әкиәттәр геройҙары менән танышыу, улар менән фотоға төшөү мөмкинселеге лә бар.
Әлегә театрҙың Кесе залында О.Пичуриндың "Яңы йыл мажараһы" әкиәте, ә ҙур залда "Айболит һәм Бармалей" әкиәте буйынса мюзикл байрам кәйефе бирә. Киләһе көндәрҙәге марафон программаһы тураһында гәзитебеҙҙең яңы һанында уҡып белерһегеҙ.Тамашаларға билеттарҙы театр кассаһында һәм онлайн касса нөктә ру сайтында алырға мөмкин.
Милли йәштәр театрында байрам марафоны киләһе йылдың 12 ғинуарына тиклем дауам итә.