Яңыртылған хәҙерге заман кино залына исемде лә урындағы халыҡ үҙҙәре һайланы. Бер тауыштан «ҠыйғыCinema» тип атанылар.
Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында элекке киноҡуртым бинаһы 3D фильмдар күрһәтеү өсөн яңынан 52 урынға йыһазландырылған. Был кино залын асыу тантанаһында күптәр яратып ҡараған кинофильмдарҙан концерт номерҙары күрһәтелде.
Әйткәндәй, «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» проекты сиктәрендә ауылдарҙағы кино залдарына ярҙам күрһәтеү буйынса конкурс үткәрелгәйне. Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостандан 10 кино залы еңеүсе тип табылды. Шулар араһында ҡыйғылар ҙа бар.