Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 11:41

Президент килер алдынан мина яланы табылған

Рәсәй Президенты Владимир Путин Гогланд утрауына килер алдынан ғына Балтик диңгеҙе төбөндә һәм эргә-тирәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мина яланы табылды. Был турала Балтик флоты командующийы, адмирал Александр Носатов хәбәр итә.

Ил етәксеһе бында Урыҫ география йәмғиәте экспедицияһы ваҡытында булды. Ул килер алдынан утрау һәм диңгеҙ төбө шартлатҡыс әйберҙәрҙән таҙартылған. Утрауҙа ғына сапёрҙарға 20 һуғыш кәрәк-ярағы, ә диңгеҙ төбөндә тотош бер мина яланы килеп сыҡҡан.


Читайте нас: