Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 11:28

Тағы ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды

Яңы йыл алдынан Дүртөйлө районындағы Сарлаҡ һәм Тәкәрлек ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерә. Бында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы.

Әлеге медицина учреждениелары 900-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарына канализация, йылы һәм һалҡын һыу үткәрелгән, елләтеү системаһы ла бар. Фельдшер, процедура бүлмәләренән тыш, акушер һәм санитар-көнкүреш кабинеттары ла урын алған.



Читайте нас: