Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 11:18

Андрейҙың хыялы ысынға ашты

Бик-бик теләһәң, уй-хыялың тормошҡа аша, тиҙәр. Эйе, ана, Ставропольенан ун йәшлек Андрей Кочетовтың да күптәнге хыялы тормошҡа ашты бит.

Сочиҙа уҙған ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин икенсе тапҡыр «Минең менән хыяллан» Бөтә Рәсәй проекты ойошторған «Теләктәр шыршыһы» акцияһына ҡушылғайны. Ул Сочиҙа Ҡыҙыл аҡланға эләгергә теләүсе 10 йәшлек Андрейҙың теләк открыткаһын тартып сығарҙы. Яңы йыл алдынан ил етәксеһе малайҙың уй-теләген бойомға ашырҙы.
– Бигерәк тә ҡарға күмелеп ултырған тауҙар оҡшаны, унан ҡараһаң, диңгеҙ күренә ине. Тауҙарҙы мин шулай итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Тау саңғыһында йөрөнөм, тағын да йөрөгөм килә. Диңгеҙгә тейеп ҡараным, ул бик тоҙло. Хыялым тормошҡа ашты. Йәйгеһен дә бында ҡабат килергә теләйем, – ти ул.
Малайҙың әсәһе Юлиә Кочетова ла президент нәҡ улының теләк открыткаһын тартып сығарыуына ныҡ ҡыуанған, хатта тәүҙә ышанмай ҙа торған.
2013 йылда Андрейға табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуйған. Шуға ҡарамаҫтан, малай бик ҡыҙыҡһыныусан, шахмат уйнай, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Бигерәк тә уны география, тирә-яҡ, сәйәхәт ҡыҙыҡһындыра.


Читайте нас: