Иҫке Ҡамышлылағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының филиалы 15 урынға иҫәпләнгән. Август айында ғына ауыл халҡы район хакимиәте менән осрашыуҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Элекке авария хәлендәге башланғыс мәктәп урынына балалар баҡсаһын сафҡа индереү ҡарар ителде. Урындағы халыҡтың мөрәжәғәте «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Ә ауыл клубы урындағы башланғыстарҙы күтәреү программаһы буйынса йүнәтелде. Бер нисә ай эсендә мәҙәниәт йортоноң тамаша залы, сәхнәһе, инә торған ишектәр яңыртылды, йылытыу радиаторҙары алмаштырылды.