Ҡурҡытҡандар, һуҡҡандар, аҡса таптырғандар... Һөҙөмтәлә, баланың һаулығына ныҡ ҡына зыян килгән. Октябрь айында булған хәлдәр тураһында ҡыҙ һуңлап ҡына әйткән һәм уның әсәһе ғариза яҙған.
Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы ағзаһы Динар Зәйнуллин социаль селтәрҙә был турала: «Буллинг тураһындағы мәғлүмәттең дөрөҫлөгө асыҡланды, хәл тикшереләсәк», – тип белдергән.
Быйыл Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән һораулама ла республика мәктәптәрендә буллинг проблемаһы барлығын асыҡлағайны. Уҡыусылар араһында ғына түгел, хатта уҡытыусыларҙың да балаларҙы ҡыйырһытыу осраҡтары бар. Кемдер – буллингтың ҡорбаны, икенсе берәүҙәр шаһиты була. Мәктәптә, урамда, өйҙәме- һине ҡайҙа ҡыйырһыталар , был турала өндәшмәй ҡалырға ярамай.