Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 13:35

Яңы йылды – өйҙән ситтә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йылды үҙ өйҙәрендә, ғаилә усағында ҡаршы ала алмаған балалар һәм үҫмерҙәр ҙә бар.

Мәҫәлән, ваҡытлыса Өфөләге «Үҫмер» тип аталған социаль ҡунаҡханала тәрбиәләнеүселәр. Бында ата-әсәһе менән өйҙә йәшәрлек шарттары булмаған ҡыҙҙар һәм малайҙар 6 айға тиклем тора ала. Шуныһы күңелде йылыта: социаль ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре улар өсөн өйҙәге кеүек мөхит булдырырға тырыша, балалар уҡый ҙа, төрлө һөнәрҙәргә лә өйрәнә, әлбиттә, матур саралар, осрашыуҙар ҙа даими ойошторола. Ата-әсәләр менән дә профилактик эш алып барыла.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов «Үҫмер»ҙә тәрбиәләнеүсе балалар янына барып, етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлаған. Ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары Яңы йыл тамашаһы күрһәткән.
Читайте нас: