Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 17:41

Химиктарҙың шыршыһы ла химиктарса

Яңы йыл байрамына шыршығыҙҙы матурлап ҡуйҙығыҙмы әле? Ә бына республика инженер интернат-лицейының йәш химиктары бик үҙенсәлекле итеп биҙәгән.

Улар үҙҙәренең химик шыршыларына төрлө төҫтәге колбалар, көпшәләр элгән. Матурыраҡ булһын тип, ялтырауыҡтар менән дә биҙәгәндәр. Интернат-лицей уҡыусыларының химик шыршыһын билдәле химик, блогер, «Ябай химия» проектының етәксеһе Александр Иванов та бик оҡшатҡан.
Ә һеҙ шыршығыҙҙы нисек итеп биҙәйһегеҙ? Башҡаларға оҡшамаған, үҙенсәлеклеләре булһа, беҙгә фотоһүрәттәрен ебәреп, бүлешергә лә онотмағыҙ.
Читайте нас: