Бөтә яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 19:05

Кем ниндәй китап уҡый?

Быйыл республикабыҘҘа «Туған телгә – 100 аҙым» тигән проект тормошҡа ашырыла башланы.

Маҡсаты – халыҡты башҡорт авторҙарының китаптарын уҡыуға ылыҡтырыу. Хатта 100 әҫәрҙең исемлеге лә тәҡдим ителде.
Проектҡа ярашлы, Яҙыусылар союзы белем усаҡтарында матур осрашыуҙар ойоштора. Уның рәйесе Зәки Әлибаев, шағир Ринат Сөләймәнов, прозаик Ғәрифулла Яппаровтар Архангелдағы 1-се мәктәптә уҡыусылар менән осрашҡан. Борай районының 1-се, 2-се гимназияларында, Яңы Таҙлар урта мәктәбендә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов, прозаик Флүр Ғәлимов ҡатнашлығында үткән осрашыуҙар ҙа ике яҡ өсөн дә файҙалы булған.
Уҡыусылар, ә һеҙ проектҡа ҡушылдығыҙмы? Ниндәй әҫәрҙәр уҡыйһығыҙ? Ҡайһы әҙиптәр менән осрашырға теләйһегеҙ? Редакцияға яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: