Ил башлығының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, ул байрамды өйҙә, дуҫтары, туғандары янында үткәрәсәк, бер ниндәй ҙә эш сәфәре көтөлмәй. «Эш сәфәре булмағанда һәр ваҡыт ябай ғына итеп яҡындары менән өйҙә ҡаршылауҙы хуп күрә», – тип белдерҙе ул «Рәсәй – 1» телеканалының эфирында.