Яңы йыл алдынан 28 декабрь көнө баш ҡалалағы "Мега" сауҙа үҙәге майҙансығына 100 машина йыйылып, шыршы булып теҙелде, квадракоптерҙан видеоға төшөрҙөләр. Водителдәр нисек кенә тырышмаһын, эш һөҙөмтәһен маҡтаусы табылманы. Киреһенсә, күптәр насар баһалама ғына ҡалдырҙы.