Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2019, 00:00

Ксенияның хыялы тормошҡа ашты

Биш йәшлек Ксения Кислухинаның яңы йыл хыялы тормошҡа ашты. Ҡыҙ «Минең менән хыяллан» Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашты.

Был хәйриә проекты ҡурҡыныс сирҙәр менән ауырыған балалар һәм 60 йәштән өлкәндәрҙең хыялын бойомға ашыра. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә акцияны ойоштороусылар республика Башлығы Радий Хәбировҡа Ксенияның изге уй-хыялы яҙылған шарҙы тапшырғайны. Ә 27 декабрь көнө ҡыҙҙы сюрприз көтә ине. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов ҡотлап, спорт-гимнастика мөйөшө бүләк итте.
Читайте нас: