Каринэ Хәбирова ҡатнашлығында башланған эштең маҡсаты – балалар йортонда тәрбиәләнгән малайҙарға һәм ҡыҙҙарға атай-әсәй табырға ярҙам итеү. Ошоға тиклем бөтәһе 30 бала ғаиләгә урынлаштырылған. Шуларҙың 11-е 2-се балалар йортонан булған. Директоры Зинфира Уразбаева әйтеүенсә, әле унда 3 – 8 йәшлек 44 мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙ һәм малай йәшәй икән.
«Беҙҙең өйҙөң йәме» проектының Яңы йыл сығарылышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул 2-се балалар йорто тормошо менән танышты, кескәйҙәргә бүләктәр таратты. Ә тапшырыуҙың геройҙары Аэлита һәм Альфред Ҡотләхмәтовтар ине. Уларҙың яҙмышы ҡатмарлы: cирле булыуҙары сәбәпле, әсәйҙәре бер-бер артлы икеһенән дә баш тартҡан... «Эйе, беҙҙә тәрбиәләнгән балаларға айырым иғтибар, ҡарау кәрәк. «Беҙҙең өйҙөң йәме» проекты ярҙам итмәһә, ауыр булыр ине. Альфред менән Аэлитаның да тиҙҙән яңы ғаиләгә алыныусылар исемлегенә инеренә өмөтләнәбеҙ», – ти Зинфира Ураҙбаева.