2020 йыл башынан уларҙы автосалондың үҙендә үк теркәргә мөмкин буласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо туралағы указға ҡул ҡуйған. Махсуслаштырылған ойошма статусы булған компаниялар ғына автомобилдәрҙе теркәү хоҡуғына эйә. Улар Эске эштәр министрлығының дәүләт реестрына индерелгән булырға тейеш.
Әлбиттә, бында барыбер ЮХХДИ бүлегенән тыш бер ни ҙә эшләп булмай. Автосалон хеҙмәткәре машинаны һәм бөтә документтарҙы тикшереп, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ЮХХДИ бүлегенә ебәрә һәм уның ҡарарын көтә.