Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2019, 16:20

Злата – иң шәбе

Дуҫтар, 1 ғинуарҙа 25 минуттан киске 7 тула тигәндә Беренсе каналдан «Лучше всех» шоуының Яңы йыл сығарылышын ҡарарға онотмағыҙ.

Унда Өфөнән дүрт йәшлек Злата Боғҙанова ҡатнашасаҡ.
Хәтерегеҙҙәме, 23, 24 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙа ошо программала ҡатнашыу өсөн кастинг үткәйне? Шунда Злата эттәр тураһында төплө белеме менән шоу редакторҙарын ғәжәпләндергән. Был ҡыҙ бик иртә һөйләшә башлаған, көндәлек телмәрендә лә фразеологик берәмектәрҙе, метафораларҙы рәхәтләнеп ҡуллана икән. Өйҙәрендә эт тотҡас, был дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып китеп, тоҡомдары, уларҙы нисек тәрбиәләү тураһында һорашып белешкән.
Тапшырыу редакторҙарын Златаның үҙен ысын артистарса тотоуы ла һоҡландырған.
Читайте нас: