Бөтә яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 10:00

Күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды

Яңы йыл алдынан Краснокама районы Арлан ауылы халҡы өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бында күп функциялы мәҙәниәт йорто асылды.

Асыу тантанаһында милли аш-һыуҙарҙы тәмләп ҡарау, халыҡ оҫталары күргәҙмәләре буйлап экскурсия ойошторолдо, байрам концерты күрһәтелде. Ә был учреждение нигеҙендә булдырылған күп функциялы мәҙәниәт үҙәге мари халыҡ йолаларын һаҡларға, ғаиләнең ялын матур итеп үткәрергә булышлыҡ итәсәк.
Күп функциялы ауыл мәҙәниәте йортонда тамаша залы 200 урынға тәғәйенләнгән, бейеү, ял итеү һәм аралашыу, күргәҙмә зоналары, музей, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге, уйын бүлмәһе бар.

Читайте нас: