2020 йылдың тәүге көнөндә Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитеты, мәҫәлән, йәш ғаиләләр, балалар һәм урындағы халыҡ өсөн "Яңы йыл ығы-зығыһы" тигән уйын-квест уҙғарҙы. Ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, станциялар буйлап һынауҙар үтте. Шулай улар зирәк, етеҙ, сос булыуҙарын һынаны. Ә Ғафури районындағы Жәлил Кейекбаев йорт-музейында башланғыс синыф уҡыусылары өсөн "Ура, ҡышҡы каникулдар!" тигән уйын ойошторолдо. Сара барыһына ла бик оҡшаны.