Бөтә яңылыҡтар
1 Ғинуар 2020, 13:50

Яңы йылда 20 сабый донъяға килде

Яңы йыл төнөндә республикабыҙҙеа 20 сабый ауаз һалды.

2020 йылдың тәүге сәғәттәрендә донъяға килгән балаларҙың 11-е малай һәм 9-ы ҡыҙ. "2020 йылда тәүге сабый Өфө перинаталь үҙәгендә донъяға килде", ― ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат сәркәтибе Светлана Ҡусҡарбәкова.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әсәйҙәр үҙҙәрен
һәйбәт тоя.
Былтыр Яңы йыл төнөндә
17 сабый тыуыуы билдәле: шуларҙың 11-е ҡыҙ һәм 6 малай. Ә 2015 йылда рекорд ҡуйылған, Яңы төнөндә 29 бала ауаз һалған: 19 малай һәм 10 ҡыҙ.
Читайте нас: