Бөтә яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 00:25

Яңы китап сыҡты!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә Тимерғәли Килмөхәмәтовтың "Беҙҙең Мостай. Яҙыусы. Шәхес. Ватансы" исемле китабы донъя күрҙе.

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге йыйынтыҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошо, ижады хаҡында мәҡәләләр, әҙәби-публицистик яҙмалар, шулай уҡ шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланған. Китапты нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Читайте нас: