Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 21:30

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәкбеҙ

2020 йылдың иң мөһим ваҡиғаларының береһе – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, тиһәк, дөрөҫ булыр.

Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе 710 мең кеше китә. Шуларҙың 300 меңе һәләк була. 88 мең 500-е яу яланында ятып ҡала. 20 меңе яраланып үлә, 2 мең 265-е әсирлектә вафат була, 127 меңдән ашыуы хәбәрһеҙ юғала... Республикабыҙҙан 278 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры булған. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы легендар Муса Гәрәев 250 хәрби осош яһаған. Был ҡәһәрле һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр. Дуҫтар, ә һеҙ олатай-бабайҙарығыҙ, тылда Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан өләсәй-инәйҙәрегеҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ, улар тураһында "Йәншишмә"гә яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: