Бындағы күргәҙмәлә 500-гә яҡын шыршы уйынсығы, 50-се йылдарҙағы ҡотлау открыткалары менән танышырға мөмкин. Ҡулдан яһалған ҡар бөртөгө, пластмассанан эшләнгән Ҡарһылыу, мамыҡ һаҡаллы Ҡыш бабай ҙа бар. Ана, бер ғаилә шыршы биҙәп йөрөй. Был күренеш барыһын да бала саҡҡа алып ҡайта.