Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 00:30

Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡатнашҡан

"Бөгөн Ҡаранйылға ауылында ҡышҡы каникулдар ваҡытында балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу маҡсатында спорт ярыштары үткәрелде. Бәйгелә малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән әүҙем ҡатнашты", ― тип хәбәр итә Ғафури районындағы Жәлил Кейекбаев йорт-музейы етәксеһе Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина.

Спорт ярыштарында еңеүселәргә йорт-музейҙан китап һәм буклеттар бүләк ителһә, ауыл клубынан сувенирҙар тапшырылған. Ауыл китапханаһы балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлауҙы ойошторған. Республикабыҙҙың һәр район-ҡалаларында Яңы йыл каникулдары шулай күңелле бара. Ә һеҙҙең ялығыҙ нисек үтә, дуҫтар? Ярыштар, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙмы?
Читайте нас: