Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 16:30

Робот-бесәй уйлап сығарғандар

Ҡытайҙа MarsCat исемле робот-бесәй уйлап сығарғандар.

Ул өйҙә үҙаллы йөрөй, уйнай, йоҡлай, хатта тиҙәген таҙартҡан кеүек хәрәкәттәр яһай. Шулай уҡ был бесәй-робот дәрт, битарафлыҡ, ялҡаулыҡ кеүек хис-тойғоларын, аралашырға теләүен, тартыныуын белдерә ала икән. Батареялар блогынан тыш уның камераһы, һиҙгер лазеры, микрофоны, динамигы, алты сенсорлы датчигы, микропроцессоры бар. Шулар ярҙамында MarsCat төрлө объекттарҙы таный, ҡаршылыҡтарҙы урап үтә, тауышлы командаларға яуап бирә. Өндәшһәң, мыяулай. Тауышыңды күтәрһәң, үпкәләүе бар. Робот-бесәйҙең хаҡы яҡынса 1 мең 300 доллар буласаҡ. Быйыл һатыуға сығарыласаҡ. Төрлө төҫтәгеһе буласаҡ. Кемдәрҙер алыр инде был роботтарҙы. Эй, үҙебеҙҙең йомшаҡ, иркә генә мыяуҡайҙарыбыҙға етәме ни, эйе бит?!
Читайте нас: