Бөтә яңылыҡтар
4 Ғинуар 2020, 01:45

Йөҙйәшәр инәйгә бүләк тапшырҙы

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин бөгөн Клавдия Шаранованы 100 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

"Тантаналы шарттарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып, үҙемдең исемдән иҫтәлекле бүләк тапшырҙым", ― тип яҙа район хакимиәте башлығы "Бәйләнештә" селтәрендә. Күп балалы ғаиләлә донъяға килгән Клавдия инәйҙең тормошо еңелдән булмаған. Шулай ҙа бирешмәгән, иңенә төшкән бөтә ауырлыҡтарҙы күтәргән. Ул тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән, 2 ейәне һәм ейәнсәре, 6 бүләһе бар.
Читайте нас: