Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2020, 23:30

Республикаға сығырға яҙһын!

Республикабыҙ район-ҡалаларында "Сәләмәт быуын ― көслө төбәк" проекты сиктәрендә ойошторолған "Яңы йыл ғаилә уйындары" фестиваленең мәктәп этаптары дауам итә. Бөгөн бындай ярыш Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы 2-се мәктәптә лә үтте.

Ғаилә уйындары белем усағының спорт залында уҙҙы. "Күңелле старттар"ҙа барлығы биш ғаилә ярышты. "Беҙ ғаиләбеҙ менән еңеү яуланыҡ. Беренсе урын алыуыбыҙға II синыфта уҡыусы Зөлфиә ҡыҙыбыҙ бигерәк тә ныҡ ҡыуанды. Диплом һәм өҫтәл уйыны менән бүләкләнеләр", ― тип хәбәр итә Юлдашбаевтар ғаиләһе. Район этабы 7 ғинуарҙа "Дуҫлыҡ" паркында үтәсәк. Бында ла еңеп, уларҙың республикаға сығыуын теләйек!
Читайте нас: