Бөтә яңылыҡтар
5 Ғинуар 2020, 01:20

"Йышыраҡ осрашырға тура килһен"

Бөгөн Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов республикабыҙҙа һәм унан ситтә уҡыусы студенттар, шулай уҡ райондың белем биреү учреждениеларында белем алыусы уҡыусылар менән осрашһа, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әүҙем йәштәр менән дуҫтарса күрешеү ойошторҙо.

"Осрашыу дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте. Йәштәрҙең яңы идеялары, яңы эш алымдары тураһында һөйләшеү барҙы. Шулай уҡ алда үтәсәк сараларҙы һәм пландарҙы ла билдәләнек. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк. Киләсәктә тығыҙ бәйләнештә булып, йышыраҡ осрашырға тура килһен", ― тип белдерҙе Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы. Район хакимиәте башлыҡтары йыл башынан эште йәштәрҙән башлауы хуплауға лайыҡ. Илебеҙ, райондың киләсәге ― тап өлгөлө, алдынғы йәштәр ҡулында бит.
Читайте нас: